Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операциялағы яҡташтарбыҙға өс бармаҡлы бирсәткәләр бәйләй. Әле һәр ауыл клубында кис ултырыуҙар бара. Оҫталар шулай уҡ блиндаж шәмдәре лә эшләй. Бөрйәндәрҙең күңел йылыһы ҡушып әҙерләгән гуманитар ылауҙары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Тик сиккән-бәйләгәндәре бирнәлек түгел. Гүзәл заттар алғы һыҙыҡтағы егеттәребеҙгә йылы ойоҡ, бирсәткәләр бәйләй. Теләк--доғаларыбыҙҙы ла, йөрәк йылыһын да ҡушабыҙ, ти ҡатын-ҡыҙҙар.
Ҡатын-ҡыҙҙар йырлай-йырлай эшләһә лә уйҙары алыҫтарға барып тоташа. Һәр береһенеү үҙ уйы, үҙ хәстәре. Мәүлиҙә Ҡарағолованың ейәне махсус хәрби операцияла һәләк булған. Ә Рәмзиә Шәрәфетдинованың улы ла, кейәүе лә әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта.
Ҡатын-ҡыҙҙар әйтеүенсә, клубҡа саҡырып йөрөүсе лә, иҫкәртеп тороусы ла юҡ. Һәр береһе күңел ҡушыуы буйынса килә, еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша.
Гүзәл заттарҙың бер төркөмө йөн тетеү, иләү, ойоҡ-бирсәткәләр бәйләү менән шөғөлләнһә, башҡалары блиндаж шәмдәре эшләй. Ауыл халҡы шәм өсөн парафинды махсус рәүештә яҙҙырып ала.
Байназарҙар әйтеүенсә, гуманитар ылау йыйыуҙан олоһо ла, кесеһе лә ситтә ҡалмаған. Һәр береһе хәленән килгәнсә ярҙам күрһәтергә тырыша.
Гуманитар ярҙам туплау Бөрйән районының һәр ауыл биләмәһендә ойошторолған. Йыл дауамында алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға 8 ылау оҙатылған.
Бөрйәндәр халыҡ тарафынан йыйылған ярҙамды шәхсән алып барып адреслы тапшыра. Был әйберҙәр ябай ғына түгел, тыуған яҡ йылыһы, изе теләктәр менән һуғарылған, ти улар.
Рәмзиә Кәримова