Ишембай районы Торатау итәгендә Ҡыш бабай ауылы асылды

Шихан ауылында урынлашҡан Ҡыш бабай тирмәһендә беҙҙең ижади төркөм дә булды. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.

Ҡыш бабай Ҡарһылыу менән ат санаһында буран осороп килеп етте. Арттарынан аҡ айыу ҙа ҡалышманы. Тирмә элек Торатау итәгендә ҡоролһа, быйыл ул яңы урында- тау буйындағы Шихан ауылында. Әйтергә кәрәк, Ҡыш бабай уны осраҡлы һайламаған. Һүнеп барған ауылға һуңғы йылдарҙа йәм биреп йорттар төҙөлә, туристарға ял итеү өсөн шарттар булдырыла.

Ишектән инеү менән тылсымлы донъя асылғандай була. Килгән ҡунаҡтарҙы бында йор һүҙ менән ҡаршылайҙар, уйындар уҙғарыла. Шиғыр һөйләүселәргә Ҡыш бабай тоғонда тәмлекәстәр әҙерләнгән.

Ҡарғиҙәрҙә, атта һыбай йөрөргә, тюбингта шыуырға, уҡтан атырға өйрәнергә мөмкин. Боронғоса егелгән ат санаһында йөрөргә теләүселәр өсөн дә программа ҡаралған.

Резиденцияла күңел асыу программаһы сәғәт ун берҙән киске алтыға тиклем 7 ғинуарғаса дауам итә. 31 декабрҙә һәм 1 ғинуарҙа Ҡыш бабай ял итә.

Ҡыш бабай программаһы ярты сәғәт дауам итә. Ул башҡорт һәм рус телдәрендә алып барыла. Торатауға артылырға теләүселәр булһа, беҙҙең гидтар ярҙам итә.

Анастасия Пастухова, ойоштороусы

Ҡыш бабайҙың байрам программаһы һәм башҡа бөтә күңел асыу саралары 350 һум тора. Шәхсән ҡотлау өсөн биш мең түләргә тура киләсәк. Бәйләнеш өсөн телефон: +7 (987) 254-20-24 һандары буйынса шылтыратып алдан яҙылырға була.

Рәмилә Исмәғилева