Башҡортостанда Бөрө йылғаһы аша күперҙә капиталь ремонт аҙағына яҡынлаша

Мишкә районында 33 метрлыҡ объект ремонтлана.  Бының өсөн 30 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. “Күпер халыҡ өсөн кәрәк. Ул Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы юлы аша ята. Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары күрше төбәктәр менән тоташтырыла,” - тине Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Эштәр "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса ғәмәлгә  ашырыла.  Күпер киләһе  йылда файҙаланыуға тапшырыла.