Башҡортостан тыуым буйынса илдәге алдынғы төбәктәр исемлегендә

Һүҙ октябрь айы күрһәткестәре тураһында бара. Көҙҙөң икенсе айында республикала 2 мең 865 сабый донъяға килгән. Чечня республикаһы һәм Ростов өлкәһенән ҡала был өсөнсө һан. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостанда быйыл 29 мең 900 бала тыуған.