Республикала юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда милли проект буйынса Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларында 32 километр юл тәртипкә килтерелгән. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 14 урында ремонт үткәрелгән. Бының өсөн 502 миллион һум тотонолған. Өфө, Иглин, Нуриман, Благовещен, Архангел, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Кушнаренко райондарында юл төҙөкләндерелде. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларында ремонт киләһе йылда ла дауам итә.