Был турала Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе. “Бөтәһе лә яңы объектты килеп күрһен өсөн асыҡ ишектәр көнөн үткәрәбеҙ”, - тине ведомство етәксеһе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был көндө эш сәфәре менән республиканың төньяҡ-көнсығышына барырға йыйыныуын әйтте. Шуға ла һаулыҡ һаҡлау учреждениеһын асыу тантанаһы видеоконференция тәртибендә ойошторола.