Быйыл 3 миллиард 47 миллион һумлыҡ ошондай торлаҡ килешеүҙәре төҙөлгән. Меңгә яҡын кеше 3 процентлыҡ ипотека алған. Уҙған йыл менән сағыштырғанда сумма 45 процентҡа артҡан, тип белдерҙе вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Башҡортостан өс йыл рәттән был күрһәткес буйынса алдынғы төбәк. Ауыл биләмәләрен үҫтереү мөмкинлеге бар. Агросәнәғәт комплексында инвестициялар йәлеп итеүгә лә юл асыла, - тине ул.