Өфөлә сәкән һуғырға яратыусылар өсөн бушлай һырғалаҡ асылды

Майҙансыҡ “Өфө-Арена” эргәһендә урынлашҡан. Хоккей ҡумтаһы яһалма боҙ менән ҡапланған. Ул “Салауат Юлаев” хоккей клубының боҙ комбайны менән даими эшкәртелеп торасаҡ. Һырғалаҡ янында кейенеп-сисенеү өсөн йылы сатырҙар ҡуйылған. Майҙансыҡта теләгән һәр кем боҙҙа шыуа ала.