Автомобилдәр федераль бюджет иҫәбенә һатып алынған һәм Рәсәйҙә етештерелгән. Күсмә медицина комплекстары Баҡалы, Бишбүләк, Ҡыйғы райондары, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалалары һәм башҡа муниципалитеттарға ебәрелә. Заманса йыһазландырылған махсус техника “сәләмәтлек поездары” составында ҡулланыла. Быйыл республика дауаханалары автопаркы 37 ашығыс медицина ярҙамы машинаһы, 25 күсмә медицина комплексы, 200-гә яҡын еңел автомобиль менән тулыланды.