Башҡортостан был күрһәткес буйынса Мәскәүҙән ҡала икенсе урында. Интеллектуаль акцияға илдә 5,2 миллион кеше йәлеп ителгән. Экология диктанты ноябрҙә өс аҙна дауам итте. Бының өсөн республикала 71 майҙансыҡ ойошторолдо, шулай уҡ һорауҙарға онлайн яуап бирергә була ине. Экология диктанты акцияһы 2019 йылдан ойошторолоп килә.