Башҡортостанда М-5 «Урал» трассаһының ике участкаһында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнгән

Һауа шарттарына бәйле, Башҡортостанда М-5 «Урал» трассаһының ике участкаһында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнгән.

Сикләүҙәрҙең тәүгеһе Ырымбур өлкәһенә ҡараған Северное ауыл биләмәһенән Иҫке Бүздәк юл үткәүеленә, икенсеһе Шаҡша юлынан Силәбе өлкәһе сигенә тиклем дауам итә. Ике участка ла айырым рөхсәт бирелгәнгә тиклем пассажир автобустары, такси һәм йөк транспорты өсөн ябылған. «Приуралье» юл идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле юлдарҙа көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы, күреү мөмкенлеге сикләнеүе күҙәтелә.

Федераль автомобиль юлдарын хеҙмәтләндереү өсөн яуаплы ойошмалар көсәйтелгән режимда эшләй. Республикала ҡарт таҙартыуға 100 берәмек техника сығарылған. Һауа шарттарын иҫәпкә алып, ведомство водителдәрҙе сәбәпһеҙ алыҫ юлға сығыуҙан тыйылырға, юлда уяу булырға һәм тиҙлек режимын арттырмаҫҡа саҡыра.