Баш ҡалаға Ҡыш бабай поезы килеп етте

Ҡыш бабай поезы Өфөлә. Яңы йыл байрамдары төп геройы сәйәхәте Бөйөк Устюгтан 11 ноябрҙә үк башланған. Ай ярым ваҡытта Рәсәйҙең 30 ҡалаһында булып, локомотив кисә Башҡортостан баш ҡалаһында туҡталды. Перронда мөғжизәле герой һәм уның дуҫтарын бер нисә тиҫтә бала һәм уларҙың ата-әсәләре көтә ине. Ҡайһы бер кескәйҙәр Ҡыш бабайға теләктәре яҙылған хаттарын да тапшырып өлгөрҙө.

Ҡыш бабай баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарына музыкаль бүләк тәҡдим итте. Балалар күсмә резиденцияның эсендә булып, себер тәмлекәстәрен тәмләп ҡараны. Бөгөн Ҡыш бабай поезы Ырымбурға юллана. Ике айҙан ашыу сәфәрҙән һуң, мөғжизәле тимер юл составы киренән Ҡыш бабай төйәгенә ҡайтасаҡ.

Тамашаға күрергә тәүгә килдек. Ҡыш бабай байрам кәйефе тыуҙыра, күңелле булып китте. Халыҡ та берҙәмерәк күренә. Балалар ныҡ шатланды, ойоштороусыларға рәхмәт.

Рөстәм Ғәйфуллин