Баймаҡта «Уҡытыусы һәм остаз йылы»н йомғаҡлау сараһы үтте

Тел асҡысы. Баймаҡ ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә “Уҡытыусы һәм остаз йылы”н йомғаҡлау сараһы үтте. Ошо уңайҙан иғлан ителгән нәфис һүҙ оҫталары конкурсы еңеүселәре билдәләнде.

Балалар ижады үҙәге иғлан иткән “Тел асҡысы” бәйгеһенең һайлап алыу туры “Бәйләнештә” селтәренең рәсми төркөмөндә барҙы. Сығыштар конкурс шарты буйынса һөйләү оҫталығына, образды асыуға ҡарап баһаланды. Финалға үткән 20-нән ашыу уҡыусы шиғырҙарҙы сәхнәлә һөйләне.

Уҡытыусы - иң хөрмәтле һөнәр. Белем иленә әйҙәүселәргә дан йырлаған шиғыр һөйләүселәрҙе жюри ике төркөмгә бүлеп баһаланы.Таулыҡай ауылынан Мәликә Байегетова башланғыс клас уҡыусылары араһында беренсе урын яуланы.

Балалар ижады янында эшләп килгән ”Серле йондоҙҙар” һәм “Сулпылар” ансамблдәренең сығыштары сараға йәм өҫтәне. Шиғри бәйге еңеүселәренә һәм барлыҡ ҡатнашыусыларға Дипломдар тапшырылды. Сара “Уҡытыусыма” йыры флешмобы менән тамамланды.

Альбина Байегетова