Республикала быйыл йөрәктең яһалма һул ҡарынсаһын имплантациялау буйынса алты операция башҡарылған

Бөгөн тағы өс пациент бер ай реабилитация үткәндән һуң, өйҙәренә ҡайтарылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында үткән операцияла республика табиптары менән бергә, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаһы белгестәре лә ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Операция өҫтәлендә 60-ты уҙған ир. Йөрәк донорын көтөп ала алмаған замандашыбыҙға бөгөн медицина тармағындағы яңы алым ярҙамға килде. Йөрәктең яһалма һул ҡарынсаһын имплантациялау барышын мультидисциплинар бригадалағы ике тиҫтәнән ашыу белгес күҙәтте.

Яһалма йөрәк ярҙамында ла тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә мөмкин. Хәҙерге медициналағы альтернатив ысулдың пациент ғүмерен һаҡлап ҡалыуҙа роле ҙур. Операцияның бер нисә варианты бар. Беренсеһе, донор табылғансы махсус ҡоролма менән йөрөү, икенсеһе ҡоролма эшмәкәрлегенә яраҡлашыу.

Геннадий Хубулава, медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй фәндәр академияһы академигы

Йөрәктең яһалма һул ҡарынсаһын имплантациялауға пациенттар йәшкә ҡарап алына. Шулай уҡ ҡайһы бер хроник ауырыуҙарға ла сикләү бар. Бер ай элек операция кисергән өс пациент та бөгөн табип тикшереүе үтте.

Тәтешле районынан Азамат Шәрәфиев өсөн дә яңыса тормош башлана. Йөрәк етешмәүсәнлегенән арынған замандашыбыҙ яһалма эске ағзаһына әле өйрәнә генә. Шулай ҙа йыш ҡабатланған хәлһеҙлеккә ҡарағанда заман аппаратына ҡулайлашыу яҡшыраҡ.

Яһалма йөрәк пациентҡа яңы мөмкинлектәр ҙә аса. Әлбиттә, ҡоролмаға яраҡлашыу бер аҙ ҡыйынлыҡ тыуҙырһа ла, шулай ҙа кисергән яфаланыуҙар артта ҡала. Әйткәндәй, быйыл республикала ил кимәлендә уникаль алты операция башҡарылған. Әмәлиәттең уңышлы булыуын иҫәпкә алып, уны киләсәктә практикаға индереү күҙаллана.

Азат Ғәлиуллин