«Тамыр» телеканалы «Бишек» ойошмаһы менән берлектә Шайморатов кластары өсөн патриотик проект әҙерләй

Беренсе этап еңеүселәре билдәләнде лә инде. Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар араһында яңы проект - “Ат уйнатып!” хәрби-патриотик уйынға ғаризалар ҡабул итеү этабы ҡыҙыу бара. Йәш шайморатовсылар үҙҙәре хаҡында ҡыҙыҡлы видеояҙмалар төшөрә, анкеталар тултыра. Конкурста бөтәһе 69 команда ҡатнашырға теләк белдерһә, уларҙың 15 -е киләһе этапҡа үтә.

«Ат уйнатып» проектын «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы менән республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы булышлығында «Бишек» автономиялы коммерция булмаған йәмғиәте Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашыра. Тәүге этап онлайн форматта үтһә, икенсеһе Өфөлә Совет майҙанында Шайморатов һәйкәле алдында буласаҡ. Унда отҡорлоҡ, белем, физик әҙерлек менән бәйле конкурстар ойоштороу күҙаллана. Проекттың өсөнсө этабы - «Патриот» хәрби патриотик паркта реалити-шоу форматында уҙа. Аҙна дауамында командалар хәрби-спорт буйынса һынауҙарҙа, тарихты белеү, хәрби-патриотик йыр кеүек бәйгеләрҙә көс һынашасаҡ.