«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк филиалы ете айлыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Ошо ваҡыт эсендә 15 меңләп мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Уның яртыһынан күбеһе хәл ителгән.
Башлыса һорауҙар хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль яҡлауҙарға бәйле. Махсус хәрби операция ҡатнашыусылары өсөн республикала «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы менән бергә, махсус координация үҙәктәре лә булдырыла. Ул урындағы мәсьәләләрҙе ваҡытында һәм тулыһынса хәл итеүгә йүнәлтелгән.