Башҡортостан муниципаль берәмектәренең сиктәрен берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында теркәү 98,6 процентҡа тамамланған. Был турала бөгөн журналистар менән осрашыуҙа Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдерҙе.
Матбуғат конференцияһында билдәләнеүенсә, әлеге ваҡытта бөтәһе 886 муниципаль берәмектең сиге тураһында мәғлүмәт теркәлгән. Был үҙ сиратында ер менән бәйле бәхәстәрҙе кисектерергә, участка бүлгәндә, һалым һалғанда хата ебәрмәҫкә булышлыҡ итә. Шулай уҡ быйыл Ырымбур өлкәһе менән сиктәр хаҡында мәғлүмәт дәүләт реестрына индерелгән, Удмуртия менән сикте теркәү тамамланыу алдында.
Журналистар менән һөйләшеүҙә эшҡыуарлыҡҡа ярҙам юлдары тураһында ла һүҙ барҙы. Һуңғы йылдарҙа ҡуртымға алынған объекттарға һалым ташламалары яһалған. Ер участкаларын арендаға йәки һатып алыу буйынса ла ташламалар ҡаралған. Наталья Полянская махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙам саралары тураһында ла әйтеп үтте.