Өфө дәүләт нефть техник университетында карбон полигондарының йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһалды. Конференцияла ҡатнашыусылар Рәсәй төбәктәренән, Белорусиянан, Ҡаҙағстан һәм Япониянан видеобәйләнешкә инде.
Быйыл университет ғалимдары угрерод һәм парник газдары күләмен асыҡлау буйынса комплекслы фәнни-тикшеренеүҙәр үткәргән. Климат үҙгәреүгә атмосферала барған негатив күренештәрҙең тәьҫирен асыҡлаған. Күп кенә белгестәр быға оҡшаш паралель өлкәләрҙә эш башҡарған. Шулай уҡ парник газдарының кире тәьҫирен кәметеүгә һәм климатты йомшартыуға йүнәлтелгән технологик ҡарарҙарҙы эшләгән.