Сентябрҙән алып уҡыусылар республика буйлап сәйәхәт итеп, иҫтәлекле урындар, тәбиғәт һәйкәлдәре менән танышҡан, сәфәр тураһында видеояҙмалар төшөргән. Танып белеү проекты Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылған. Уның сиктәрендә һүрәттәр конкурсы ла үткән. Этнофестивалгә килгәндә, балалар халыҡ ижады өлгөләрен башҡарып, туған телгә һөйөүен күрһәтте.
Этнофестивалдә ҡатнашыусылар милли музыка ҡоралдары көйҙәрен тыңланы, башҡорт балы һәм шишмә һыуын тәмләне. Сәхнәлә сығыш яһаусылар тамашасыларҙы боронғо риүәйәттәр, эпостар менән таныштырҙы. Тәбиғәт һәйкәлдәренең тарихы тураһында һөйләне.