Радий Хәбиров Өфө хакимиәтенә рәхмәт белдерҙе

Республика Башлығы йылдың ҡатмарлы булыуын, төрлө проблемалар хәл ителеүен билдәләне. Ҡаланың сәнәғәт үҫешен һәм инвестиция эшмәкәрлеген баһаланы. - Сәнәғәт компанияларының күбеһе Өфөлә урынлашҡан. Улар - нефть эшкәртеү, машина төҙөлөшө, оборона комплексы предприятиелары. Колледждарҙа бюджет урындарын күпкә арттырырға, яҡшы кадрҙар әҙерләргә планлаштырабыҙ. Ҡалала ҙур инфраструктура проекттары ғәмәлгә ашырыла. Көнсығыш юл  2024 йылдың мартында файҙаланыуға тапшырыла. Өфөгә көньяҡтан ингән урында ла төҙөлөш бара. Салауат Юлаев проспектын оҙонайтыу, Интернациональ урамда яңы күпер төҙөү буйынса проекттар әҙерләнә, - тине Радий Хәбиров.