Башҡортостан халҡы юлдарҙа байрамса биҙәлгән “Яңы йыл автобустары”н күрә ала

Акция байрам кәйефен күтәреү өсөн уҙғарыла, тип белдерәләр  “Башавтотранс” предприятиеһынан.  Транспортта пассажирҙарҙы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу менән ҡаршы ала, яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлай, балаларға һәм үҫмерҙәргә тәм-том бүләк итә.  Социаль акция 29 декабргә тиклем бара.