“Беҙҙең йөрәк йылыһы – ветерандарға”

“Роснефть” компанияһына ингән “Башнефть” ойошмаһы ирекмәндәре яңы йыл алдынан ошолай тип аталған хәйриә акцияһы ойоштора. Ул 13-сө тапҡыр үткәрелә. Предприятие хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышы, тыл, нефть һәм нефть химияһы тармағы ветерандарына аҙыҡ-түлек тупланмаһы һәм компанияның Генераль директоры исеменән ҡотлау хаттары тапшыра.

   Быйыл яңы йыл алды акцияһында “Башнефть” ойошмаһынан 100-ҙән ашыу әүҙем  хеҙмәткәр ҡатнаша. Сараға “Беренселәр хәрәкәте”нән мәктәп уҡыусылары ла ҡушылды. Улар Бөйөк Ватан һуғышы ветераны статусы булған 400-гә яҡын кешене барып тәбрикләй.

    “Башнефть” компанияһы үҙ пенсионерҙарын һәр ваҡыт хәстәрләй. Йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн мохтаж ветерандарға ремонт үткәрелә, байрам дарҙа премия түләнә, шифаханаға юлламалар бирелә, кәрәк саҡта аҡсалата ярҙам күрһәтелә. 2020 йылдан Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарына коммуналь хеҙмәттәр өсөн компенсация түләнә, ай һайын матди ярҙам алалар.