Егеттәр алғы һыҙыҡҡа мобилизия буйынса эләккән, улар махсус хәрби операция биләмәһендә бер йылдан ашыу, ошо ваҡыт эсендә икенсе тапҡыр ялға ҡайтҡан. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск мәлендә яугирҙар туғандары, дуҫтары янында булған, йорт-ҡура тирәһендә ярҙам итешкән, уҡыусылар, студенттар менән осрашыуҙарҙа ҡатнашҡан. Яҡташтарыбыҙ алыҫ юлға үҙҙәренә генә түгел, дуҫтары өсөн дә кәрәкле әйберҙәр, күстәнәстәр тейәп алған. Хеҙмәттәш дуҫтарыбыҙға тыуған яҡ сәләмен алып барабыҙ, ти яугирҙар.
Оҙатыу митингында билдәләнеүенсә, Республика яғынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре тураһында даими хәстрлек күрелә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса төбәктә 40-ҡа яҡын социаль ярҙам төрө ҡаралған. Төбәк етәкселеге алғы һыҙыҡтағылар менән даими осрашып бар проблемаларҙы ла шәхси контролдә тота. Башҡортостандан алғы һыҙыҡтағыларға 100-ҙән ашыу гуманитар ылау оҙатылған, ул егеттәрҙең теләк-ихтыяжын иҫәпкә алып кәрәкле әйберҙәрҙән генә тупланған. Яугирҙарҙы оҙатырға туғандары ла килгән. Киләһе яңы йылда бергә ҡаршы алырға яҙһын, тиҙерәк еңеү менән әйләнеп ҡайтһындар, ти Ейәнсуранан Абдуллиндар.