Өфөнөң «Маскировка» «Ҡалҡан» ирекмәндәр хәрәкәте ағзалары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам әҙерләгән. Башҡортостан рустары соборында көмөш ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре бәйләй, посылкалар йыя. Посылкаларға хәрбиҙәргә йылы ойоҡбаштар, шоколад һәм балалар яҙған йылы йөкмәткеле хаттар. Башҡортостан рустары Соборы алтынсы тапҡыр гуманитар ылау туплауҙа ҡатнаша. «Башинформ» акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре лә ярҙам туплауҙа әүҙемлек күрһәткән.
Посылкалар менән бергә яугирҙар маскировка селтәрҙәре лә аласаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар айына 100-ҙән ашыу маскировка селтәрҙәре етештерә. Эшсе ҡулдарға ихтыяж ҙур. Ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылыусылар Еңеүҙе яҡынатйыу өсөн ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҙ сафтарында көтә.