Һыуға батып барған балыҡсыны ҡотҡарыу, яралыны боҙ тоҙағынан эвакуациялау һәм хатта ҡар аҫтындағы кешеләрҙе эҙләү. Өфө ҡотҡарыусыларына ҡала шарттарында ғына эшләргә тура килмәй.
Шуға күрә Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы йыл һайын экстремаль шарттарҙа имтихандар үткәрә. Был юлы ҡышҡы һынау бәләгә тарыусы 4 төрлө төрлө осраҡты үҙ эсенә алды. Ҡотҡарыусылар менән БЮТ ижади төркөмө лә эшләне.
Йәрәхәтләнгән балыҡсыны ҡотҡарыу өсөн белгестәргә 8 метр бейеклектәге ярҙан төшөргә тура килә. Уларҙың һәр хәрәкәте теүәл башҡарылырға тейеш. Ниһәйәт, 2-се класлы ҡотҡарыусыһы яр буйында. Артабан операцияның иң ҡатмарлы өлөшө - балыҡсыны күтәреү. Һауа торошо ла белгестәргә айырым ҡыйынлыҡтар өҫтәй. Шуға ҡарамаҫтан - һынау уңышлы үтәлде.
Белгестәргә зыян күреүселәрҙе төрлө тоҙаҡтарҙан ҡотҡарырға тура килә. Ай башында граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре өсөнсө ҡат бейеклектән шахтаға ҡолаған төҙөүсене эвакуациялай.
Ҡайһы берҙә бәләгә тарыусыларҙы ҡар ҡатламы аҫтынан да эҙләргә тура килә. Бындай осраҡта һәр минут ҡәҙерле. Тағы бер зыян күреүсене тау битләүендә табалар. Йәрәхәтләнгән саңғысы бейеклектә ҡар ҡамауында ҡала.
Ҡотҡарыусылар ҡоро ерҙә лә, һауала ла, һыуҙа ла эшләй. Һуңғыһы йыш ҡына балыҡсыларҙың үҙһүҙлелеге арҡаһында була. Һәр һынауҙы белгестәр лайыҡлы үтте.
Ҡотҡарыусылар кемгә ниндәй һынау эләгәсәген урында уҡ йәрәбә ярҙамында белде. Сөнки уларға төрлө шарттарҙа эшләргә тура килә. Имтихан уңышлы тапшырылды, әммә тормош һынауында хаталарға урын юҡ.
Лилиә Мәҡсүтова