Һигеҙ йыл эсендә Ауырғазы районына «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы буйынса республика ҡаҙнаһынан 82 миллион һумлыҡ субсидия йәлеп ителән. Ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса 112 проектты тормошҡа ашырыуҙа хакимиәт, халыҡ һәм бағыусыларҙың да өлөш ҙур - унышар миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Программа ярҙамында районда йәшәүселәрҙе борсоған мөһим социаль мәсьәләләр хәл ителгән. Йәмәғәт биләмәләре заманса төҫ алған.
2024 йылда райондың барлыҡ ауыл биләмәләре лә программала ҡатнашыуға заявка әҙерләй. Әйтәйек, Юламан ауылы мәҙәниәт йортоноң ҡыйығын алмаштырыу планлаштырылған, район үҙәге Талбазыға килгәндә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар иғтәлегенә ҡуйылған обелискты яңыртыу ҡаралған. Әлегә тәүге йыйылыштар уҙғарылған, урындағы халыҡ бер тауыштан башланғыстарҙы хуплап алған. Смета документтарын әҙерләргә ҡалған.