Фольклористика ғилеменең абруйын күтәреү мөмкинлектәре бөгөн Өфөлә Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған «Урал батыр көндәре» сиктәрендә ҡаралды. Сара Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт фольклоры ғилми-ғәмәли тикшеренеүҙәр үҙәге башланғысында тормошҡа ашырылды. Конференцияла ҡатнашыусылар халыҡ ижадын йыйыу алымдары тураһында фекер алышты. Сарала уҡыусылар меннә бергә, фәнни дисциплина-ара йүнәлештәрҙе тикшереүселәр, шул иҫәптән Ҡаҙағстан һәм Төркиә ғалимдары ла ҡатнашты.