Өфө художество галереяһында «Традицияларҙың мең төҫө» күргәҙмә асылды

Өфө художество галереяһында сираттағы күргәҙмә асылды. Был юлы экспозицияға Башҡортостан рәссамдар союзы ағзаларының йыллыҡ эш һөҙөмтәләре - картиналар һәм скульптуралар сығарылды.

«Традицияларҙың мең төҫө» тип исемләнгән күргәҙмәлә төрлө техникала башҡарылған һәм бер нисә стилдә биҙәлгән һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен күрергә мөмкин. Тәжрибәле оҫталарҙан тыш, залға Башҡортостан рәссамдар союзы ҡарамағындағы Йәш рәссамдар берлеге ағзалары эштәре ҡуйылған. Йылдағыса күргәҙмә билдәле тематиканы берләштерә. Быйылғыһы Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған. Экспозиция ғинуар аҙағына тиклем эшләй.