Экспозиция «Мираҫ» хәйриә фонды башланғысы менән ойошторолған. Милли музей залында 100-ҙән ашыу әкиәт һәм эпос геройҙарын һынландырған ҡурсаҡтар менән танышырға мөмкин. Улар туҡыма, ҡағыҙ, ағас һәм башҡа төрлө материалдарҙан яһалған. «Әкиәттәр миҙгеле»ндә Рәсәйҙең төрлө ҡаларынан 40-тан ашыу автор эше урын алған. Күргәҙмә 23 ғинуарға тиклем эшләй.