Ярышта 500-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Улар татамиҙа, рингта һәм октагонда төрлө көрәш төрҙәрендә көс һынашты.
Бәйгеләр 20-нән ашыу майҙанда үтте. Был тотош ил эсендә генә түгел, ә донъя күләмендәге ҙур халыҡ-ара турнир.
Ярыштарҙа Рәсәйҙең 60 төбәгенән 5 мең спортсы ҡатнашты. Каратэ, тай боксы, ушу һәм башҡа төрҙәрҙә иң көслөләр асыҡланды. Ярыштарҙы йомғаҡлау көнөндә еңеүселәр ҡатнаш көрәш буйынса алыштар үткәреү өсөн тәғәйенләнгән октагонда билдәләнде.