Башҡортостанда туризмды үҫтереү программаһы раҫланды

Республика Хөкүмәте тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылған. Программаға ярашлы 2030 йылға беҙҙең республикаға 3 миллионға яҡын турист килергә тейеш. Бының өсөн туристик инфраструктураны яҡшыртыу бурысы ҡуйыла.