Радий Хәбиров Туймазы районы сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты

Үҫеш юлында. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Туймазы районы сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты. Мебель, контейнерҙар етештереү, автобетоновоз заводы һәм башҡа ҡеүәтле объекттар иғтибар үҙәгендә булды. Республика етәксеһе «Мастер» технопаркын асыуға старт биреп, сәнәғәт тармағында ҡуйылған маҡсаттарҙы барланы. Туймазы районынан БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһы.

ДСП төҙөлөш материалдарынан эшселәр буласаҡ мебель өлөштәрен шымарта. «Велес» яуаплығы сикләнгән йәмғиәтендә сифатлы, корпуслы мебель етештерелә. 2001 йылда эш башлаған предприятиела офис һәм йорт мебеле - ишектәр , шкафтар , кухня, гардероб , йоҡо бүлмәләре гарнитуры һәм башҡа әйберҙәр етештерелә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров фабрика эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.

«Велес» фабрикаһы Волга буйы федераль округының мебель кластерында ҡатнаша. Уға ярашлы Башҡортостанда быйыл 1500 квадрат метрлыҡ склад бинаһы төҙөлгән һәм производство ҡорамалдарын һатып алыу өсөн 100 млн һум инвестициялар йәлеп ителгән .

«Апогей» фабрикаһында йомшаҡ мебель етештерелә. Гүзәл заттар тегеү цехында ҙүр күләмдә туҡыманы эшкәртеп мебель ҡатламын әҙерләй . Был эшкә фабрикала 100 хеҙмәткәр йәлеп ителә.

«Апогей» фабрикаһы ла Волга буйы федераль округының мебель кластеры программаһында ҡатнашыусы . Башҡортостанда тормошҡа ашырылған яңы инвестиция проектына ярашлы фабрикала декоратив пластик ҡоролмалар етештереү күҙаллана . Эшлекле килешеүгә ярашлы фабриканы киңәйтеү өсөн республиканан 20 миллион һум күләмендә маҡсатлы займ алынған. 2022-2026 йылдарға иҫәпләнгән инвестиция проекты сиктәрендә Туймазыла яңы эш урындары булдырыласаҡ.

Эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Туймазы автобетоновоздар заводы эшмәкәрлеге менән танышты . 1980 йылда нигеҙ һалынған компания бетон транспорты, тағылмалы техника етештереү йүнәлешендә алдынғыларҙың береһе иҫәпләнә . Завод «Камаз» компанияһы ҡарамағында ойошторолған .

Башҡортостанда тормошҡа ашырылған инвестиция проектына ярашлы сәнәғәт предприятиеһын киләһе йылға яңы ҡоролмалар менән йыһазландырыу , производство күләмен арттырыу көтөлә .

Яңы эш урындары , сифатлы продукция етештереүҙә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән предприятие хеҙмәткәрҙәренә һәм етәкселегенә рәхмәт хаттары тапшырылды . Республика башлығы завод ҡарамағындағы «Мастер» технопаркын асыуға старт бирҙе. Сәнәғәт проектына ярашлы Туймазыла файҙаланмаған майҙансыҡтарҙа предприятие асыу өсөн инженер инфраструктураһы ойоштороласаҡ.

Төмәнәк ауылында «Риапласт» предприятиеһында бойҙай, иген культураларын, ашламаларҙы һаҡлау, ҡом, таш һәм башҡа төҙөлөш материалдарын транспортировкалау өсөн ҡаптар һәм контейнерҙар етештерелә.2023 йылда ҡеүәтле предприятиела өҫтәмә цехтар асылған . Проект буйынса инвестицияларҙың дөйөм күләме 100 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.

Риапласт предприятиеһында киләһе йылға 50 хеҙмәткәргә эш урыны булдырыласаҡ. Бынан тыш ойошма етәкселеге көсө менән Төмәнәк ауылы фельдшер -акушерлыҡ пункты төҙөкләндерелгән . Фап ремонтына Шәйҙуллиндар быйыл 7 млн һум аҡса йүнәлткән. Эш сәфәре сиктәрендә Радий Хәбиров урындағы ауыл мәктәбенә туҡталды. Төбәк етәксеһе йәш Шайморатовсылар менән аралашты, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың яҡындары менэн осрашты . Ил һаҡсыларына , уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү республикала өҫтөнлөклө маҡсат булып тора . Махсус хәрби операцияла еңеү өсөн ойошторолған эш төбәктә сәнәғәт тармағын үҫтереү менән берлектә алып барыласаҡ.

Флорида Ким