Күптән көтөп алынған объект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектына ярашлы төҙөлдө.
Үткәүелде сафҡа индереү өсөн федераль, республика һәм ҡала бюджеттарынан финанстар бүленде. Уҙған ял көндәрендә күп тонналы йөк машиналары ярҙамында юл үткәргес һынау үтте. Объект тимер юл аша сыға торған урындан 200 метр алыҫлыҡта урынлашҡан. Хәҙер Зинин, Нуғай, Аҡбирҙе, Ҡарамалы, Шипов, Блохин, Охлебинин ауылы халҡына юл йөрөү еңелләшә, сөнки тимер юл аша сыға торған ерҙә йыш ҡына оҙайлы тығындар күҙәтелә торғайны.