Өфөлә - «Урал батыр көндәре». Быйыл икенсегә ойошторолған сарала халҡыбыҙҙың мәшһүр тел ҡомартҡыһын популярлаштырыу маҡсат итеп ҡуйылған. Тамашала эпосты яттан һөйләүселәр араһында республика конкурсы еңеүселәре, билдәле сәсәндәр һәм тел белгестәре ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.
«Урал батыр»ҙы балалар белмәй түгел. Белә. Алмас Абдрахманов менән Әлимхан Тереғолов 120-шәр лирик юлды яттан һөйләй ала. Бының менән генә туҡтарға йыйынмайҙар. Ысынбарлыҡта дуҫтар сәхнәлә ҡапма-ҡаршы образдарҙы - Урал менән Шүлгәнде уйнай.
Тамашаға халыҡ эпосын һөйләүселәр конкурсы еңеүселәре килгән. Берәүҙәр тасуири һөйләү оҫталығы, икенселәр сағыу костюмдар һәм актерлыҡ һәләте менән залда ултырыусыларҙы арбаны. Һүҙ оҫталығы М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Сәсәндәр мәктәбен ағзаларында ла көслө. Розалиә Солтангәрәева етәкселегендәге милли студия 2011 йылдан эшләп килә һәм ошо дәүерҙә тиҫтәләгән сәсән тәрбиәләгән.
Берәүҙәр иғтибарҙы һүҙ менән йәлеп итһә, икенселәр сағыу костюмдар менән күҙ яуын алды. Зарифа Йәнбаева белдереүенсә, бигерәк та балаларға эпос йөкмәткеһен булһа ла, кейем аша еткереүе күпкә еңелерәк. Милли биҙәүҙәргә ҡайтып ҡалған сағыу костюмдар өлкәндәрҙе лә битараф ҡалдырмай.
«Урал батыр көндәре» быйыл икенсе тапҡыр ойошторола. Башҡорт халҡының рухи ҡиммәттен һаҡлау, йәш быуынға еткереүҙә сираттағы мәҙәни сара булып тора.
«Урал батыр көндәре» милли ҡомартҡыға битараф булмағандарҙы берләштерә. Уны яттан һөйләүселәр араһында, 3, 15, 20, 100 йәшлектәр ҙә бар. Халыҡ белә, тимәк, эпос йәшәйәсәк.
Рәзилә Ғиниәтуллина