Социаль фонд яңы йылда берҙәм пособиены оҙайтыуға ғаризалар ҡабул итә башланы

Декабрҙә түләү ваҡыты үткән ғаиләләр киләһе йылда ла аҡса алыу өсөн ай аҙағына тиклем ойошмаға мөрәжәғәт итә ала. Ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталында, күп функциялы үҙәк йәки социаль фондтың клиент хеҙмәтендә бирергә мөмкин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә берҙәм пособие 2023 йылда ғәмәлгә индерелде. Ул балаларға һәм йөклө ҡатындарға тәғәйенләнгән бер нисә түләүҙе алмаштыра. Пособиеға килеме бер кешегә йәшәү минимумынан кәмерәк булған ғаиләләр хоҡуҡлы. Аҡсаны мохтаждар алһын өсөн, ғаиләнең килеме һәм мөлкәте баһалана.