Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 200-ҙән ашыу бала «Росток» Йәштәр ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты. Улар алдында 20 номинация буйынса тикшеренеү эштәре булдырыу бурысы ҡуйылды. Балалар үҙҙәрен фермерҙар, диетологтар, проекталусылар һәм технологтар ролдәрендә һынап ҡараны. Конкурстың тәүге этабында улар авторлыҡ проекттары эшләһә, икенсеһеҙдә эштәрен жюри алдында яҡланы.
«Росток» конференцияһы Өфөлә 8-се тапҡыр уҙғарыла. Уның еңеүселәре Санкт-Петербургта үткән Балтия ғилми-инженер конкурсы финалында ҡатнашыу хоҡуғы ала. Конференция һөҙөмтәләре буйынса еңеү урындары яуламаған уҡыусылар ҙа дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде. Конкрутса ҡатнашыу һәр балаға артабанғы тормошта мотлаҡ белем һәм тәжрибә бирә.