Ғүмерен балаларға арнаған. Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы мәҙәниәт йортонда Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә хаҡлы ялдағы уҡытыусы, ауылдың әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Фәрзәнә Мөхәмәтшинаның юбилей кисәһе ойошторолдо. Абруйлы уҡытыусыны тәбрикләргә ауылдаштары, уҡыусылары һәм ата-әсәләр йыйылды. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
Фәрзәнә Йәүҙәт ҡыҙы 40 йылға яҡын ғүмерен балаларға башланғыс белем һәм тәрбиә биреүгә арнай. Хаҡлы ялдаға ағинәй ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән “Һаҡмар” халыҡ театры ағзаһы.
Фәрзәнә Мөхәмәтшина балаларҙы халыҡ педагогикаһына таянып уҡыта, уларҙы милли рухта тәрбиәләй. Ул эшләгән осорҙа “Сулпылар” фольклор ансамбле лә уңышлы эшләй. Бер нисә быуын уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре әле лә остазды хөрмәт итә, ҡәҙерләй һәм ярата.
Ул - һөнәренә ғашиҡ кеше. Ижади ҡараш, эҙләнеүҙәр, инициатива, эш һөйөүсәнлек - Фәрзәнә Мөхәмәтшинаға хас сифаттар. Балаларҙы хәреф танырға, яҙырға өйрәтеү, киләсәккә юл ярыу уның иңендә була.
Юбилей кисәһендә “Дарман”, “Һаҡмар һандуғастары”, “Наза” ансамблдәре, үҙешмәкәр әртистәр сығыш яһаны. Ысынлап та, күп йылдар үтһә лә эшеңде баһалап, уҡыусыларыңдан, ата-әсәләрҙән рәхмәт һүҙҙәре ишетеү - үҙе бер бәхет.
Альбина Байегетова