«Салауат Юлаев» хоккейсылары үҙ боҙонда «Адмирал» клубын ҡабул итә

Был юлаевсыларҙың 2023 йылда «Өфө-Арена»лағы һуңғы уйыны. Владивосток командаһы уҙған миҙгелдә яҡташтарбыҙҙы Гагарин кубогы өсөн көрәштән төшөрөп ҡалдырҙы. Әйткәндәй, бөгөнгө осрашыуҙан һуң «Мишкопад» ойошторола. Был акция ваҡытында теләгән һәр көйәрмән аренала йомшаҡ уйынсыҡ һатып ала һәм уны боҙға ташлай ала. Йыйылған аҡсаны «Салауат Юлаев» хәйриәгә йүнәлтә, ә уйынсыҡтарҙы клуб балалар йорттарына, күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләргә тапшыра. Башҡортостан юлдаш каналында тура трансляция киске 7 тула 15 минутта башлана.