Бөгөн Өфөлә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры асылды

  Бында  "Мәҙәниәт" милли проекты  буйынса  реконструкция  эшләнде. Бының өсөн  1 миллиард 380 миллион  һум тотонолдо. Эштәр ике йыл буйы алып барылды. Театр директоры Альберт Имаметдинов һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн яңыртылған театрҙы  Республика  Башлығы Радий  Хәбиров  ҡараны. -Бөгөн,  Яңы йыл алдынан беҙҙең балаларға, юбилей  алдынан Өфөгә   ҙур бүләк  эшләйбеҙ. Бында  ике  зал, кафе, ял итеү урындары бар.  Беҙҙең балалар быға  лайыҡлы. Яңы йылдың бәхетле булыуын теләйем, - тине  Радий  Хәбиров. Төҙөкләндерелгәндән һуң театр бинаһының дөйөм майҙаны ике тапҡырға артты. Бынан тыш, театр янындағы биләмә тәртипкә килтерелде.