Автомобиль асҡыстарын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Һуңғы йылдарҙа мәҙәниәт учреждениеларның матди-техник базаһын яңыртыуға ныҡлы иғтибар бүленә. Быйыл ижади коллективтарға 90 транспорт алынған, ошо маҡсатта ярты миллиард һумға яҡын аҡса тотонолған. Киләһе йыл ғинуарҙа мәҙәниәт усаҡтары өсөн тағы ла 14 йөк машинаһы һәм урта кластағы 3 автобус алыу күҙаллана. Йөк транспорты гастролдәргә сыҡҡанда декорацияларҙы һәм костюмдарҙы йөрөтөүгә иҫәпләнгән.
Яңы йыл алдынан заманса транспорттар театрҙар, филармониялар, уҡыу йорттары, ижади үҙәктәргә юлланды. Уларҙың һәр береһенең эшмәкәрлеге оҙайлы гастролдәр, юл йөрөүҙәр менән бәйле.