Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры асыҡ! Ике йыллыҡ ремонттан һуң, бина танымаҫлыҡ булып үҙгәртелгән. Бөгөн төҙөкләндерелгән ҡурсаҡ театры тәүге кескәй тамашасыларын ҡабул итте. Уларға «Шелкунчик» спектакле күрһәтелде. Ҙурайтылған һәм заманса төҫ алған театрҙы БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина барып күрҙе.
Рәхмәттең ҙуры-бәләкәйе юҡ, әммә был йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәр. Әйтмәҫлек түгел дә. Көтөп алған объект, ниһайәт, ишектәрен асты. Төҙөкләндерелгән театрҙың тәүге ҡунаҡтарын артистар ҡаршы алды.
Ҡурсаҡ театрында төп ҡунаҡтар, әлбиттә, - балалар. Радий Хәбиров кескәйҙәрҙең ҡулын ҡыҫып, етеп килгән Яңы йыл менән ҡотланы. Бөгөнгө тамашаға йыйылған маалй-ҡыҙҙар һәм уларҙың ата-әсәләре - яңыртылған театрың тәүге тамашасылары. Тәьҫораттар бай.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында төҙөкләндереү эштәре ике йыл элек башланғайны. Ремонттан һуң, бина танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Майҙаны өс тапҡырға артҡан, өҫтәмә тамаша залы булдырылған. Театр эсендә әкиәт стилендә биҙәлгән кафе, уйын бүлмәһе, ҡурсаҡтар музейы барлыҡҡа килгән. Иң боронғо ҡурсаҡҡа бер быуат тиерлек. Ҡурсаҡ театры - Өфөнөң 450 йыллығына төҙөкләндерелгән тәүге объекттарҙың береһе.
Ҡурсаҡ театрының эсе генә түгел, фасады ла танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Түбәһенә Ер шары моделе ҡуйылған, стеналар ҡурсаҡтар менән биҙәлгән. Төндә фасад төрлө төҫлө иллюминация менән яҡтыртыла. Эш «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған.
Ҡурсаҡ театры техник яҡтан да көсәйтелгән. Бынан ары тамашалар күпкә күләмлерәк, сағыуыраҡ буласаҡ. Ә театр ҡаршыһында амфитеатр төҙөлгән. Йәйге көндәрҙә йәш тамашасылар спектаклдәрҙе асыҡ һауала ҡарай ала.
Рәзилә Ғиниәтуллина