Ишембай ҡалаһы ағинәйҙәре Ватан һаҡсыларына бейәләй- ойоҡбаштар бәйләй

Ишембай ҡалаһы ағинәйҙәре Ватан һаҡсыларына бейәләй- ойоҡбаштар бәйләп, изге теләктәр яҙылған посылкалар оҙата. Милли мәҙәниәттәр үҙәгенең Хәйриә концерты ла биләмәлә изгелек хәрәкәтен нығытыуға булышлыҡ иткән. Билеттан килгән аҡсаға бәйләм өсөн ептәр, маскировка селтәрҙәре үреү өсөн материалдар, хәрбиҙәргә итектәр һатып алынған.

Республиканың барлыҡ район-ҡалаларында йәшәүселәр ҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың оло терәгенә әйләнде. Ишембайҙа ойошторолған мәрхәмәтлек сараһы лә берҙәмлек көсөн дәлилләй.