Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы сауҙа сервис комплекстарының береһендә махсус хәрби операция өсөн маскировка селтәрҙәре үрелә. Ярҙам быйыл февраль айында ойошторолған. Сауҙа сервис комлексы хеҙмәткәрәҙәре, колледждарҙан студенттар, ил яҙмышына битараф булмаған һәр кем был эшкә ҡушылған. Ирекмәндәр селтәрҙәрҙе әле аҡ төҫтән үрә. Уның өсөн аҡ тауар, түлдәр ҡулланыла.