Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары өсөн танып белеү сараһы уҙғарылды

Яңы йыл алдынан Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары өсөн танып белеү сараһы уҙғарылды. Осрашыуҙы «Семья под ключ» коммерция булмаған ойошма менән «Рәсәй терәге» төбәк бүлексәһенең ғаилә эшҡыуарлығы һәм хәйриәлек комитеты ойошторҙо. Балаларға «Раштыуа фәрештәһен» эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарылды. Бөрөнән килгән кәсепселәр кескәйҙәрҙең ижади һәләттәрен асыуға булышлыҡ итте.

Балалар оҫталыҡ дәресендә ихлас ҡатнашты, бөгөн Ҡарлы фәрештәләр көнө булыуын белделәр. Үҙ ҡулдары менән эшләгән уйынсыҡтарҙы улар шыршыға элеп, теләк теләйәсәк. Ғөмүмән, беҙҙең комитет махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен иғтибарһыҙ ҡалдырғаны юҡ. Һәр ваҡыт һүҙ менән дә, эш менән дә ярҙам итәбеҙ. 

Татьяна Дёмшина, «Рәсәй Терәге» төбәк бүлексәһенең ғаилә эшҡыуарлығы һәм хәйриәлек буйынса комитеты рәйесе

Балаларҙы етеп килгән Яңы йыл менән әкиәт персонаждары ла ҡотланы, һуңынан кескәйҙәр тоҙло бүлмәлә һауыҡтырыу процедураһы үтте, төрлө уйын-конкурстарҙа ҡатнашты. Шул арала әсәйҙәренә ғаилә психологы консультация, арт-терапия буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. Өфөләге коммерция булмаған үҙәк тарафынан был сараны даими уҙғарыу планлаштырылған, шулай уҡ хәрбиҙәргә реабилитация ойоштороу мөмкинлектәре лә ҡарала.

Беҙҙең менән ғаилә психологы һөйләште. Медитация эшләгәндән һуң күңел тынысланды. Яңы йыл алдынан ошондай осрашыуҙар ойошторолоуы бик мөһим. Байрам кәйефе барлыҡҡа килде. Тормош иптәшемдең махсус хәрби операция биләмәһендә булыуына йылдан ашыу ваҡыт үтте, офицер булып хеҙмәт итә. Һағынабыҙ, көтәбеҙ.

Альбина Маликова