Былтырғы менән сағыштырғанда, күрһәткес яҡынса ике тапҡырға күберәк. Граждандарҙың банк иҫәптәренән аҡса урлау осраҡтары артыуы күҙәтелә. Был турала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа киберенәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса эшсе төркөм ултырышында билдәләнде. Халыҡты иҫкәртеү сараларын әүҙемләштереү, ҡануни яҡтан контролде көсәйтеү бурысы ҡуйылды.