Тантанала Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова менән Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов ҡатнашты. Ҡунаҡтар Дан аллеяһына һәм махсус хәрби опеарция яугиры Ринат Йәнғәлиев иҫтәлегенә асылған мемориаль таҡтаташҡа сәскә һалды. Колледжда капиталь төҙөкләндереү Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса күп профилле белем биреү усаҡтарын яңыртыу сиктәрендә башҡарылған. Ашхана, уҡыу корпустары, ятаҡхана ремонтланған, яңы мебель, ҡорамалдар һатып алынған.
Әле Асҡын районындағы Башҡорт ауыл хужалығы колледжында 384 студент белем ала. Уҡыу йортонда дүрт йүнәлеш буйынса ауыл хужалығына кәрәкле белгестәр әҙерләнә. Водителдәр барлыҡ категорияларға ла уҡытыла. 1934 йылда төҙөлгән, белем усағы һигеҙ йыл колледж статусына эйә.