Башҡортостан Башлығы «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Радий Хәбиров Ҡыш бабай ролендә. Башҡортостан башлығы «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Уға Стәрлетамаҡтан Алеся һәм Өфөнән Розалинда исемле ҡыҙҙарҙың хаты эләкте. Ҡыҙҙарҙың икеһенә лә 7-шәр йәш, улар бүләктең сюрприз булыуын һораған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Теләктәр шыршыһы» 2018 йылдан тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты - һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, аҙ тәьмин ителеүсе ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың Яңы йыл теләктәрен тормошҡа ашырыу.