Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә шул турала яҙа. Беловежье шырлығынан тәүге зубрҙар быйыл майҙа килтерелгәйне. Ҡырағай хайуандар “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркында эйәләшеп китте. Хәҙер уларға тағы 9 йәнлек ҡушылды. Башҡортостан һәм Беларусь араһында килешеүгә ярашлы беҙҙең республикаға зубрҙар алып килделәр. Башта ҡырағай хайуандар Эйек зоология заказнигында тотола, һуңынан иреккә сығарыла.