Радий Хәбиров ҡотҡарыусыларҙы ҡотланы

Бөгөн Республика  Башлығы  Радий  Хәбиров  Ҡотҡарыусылар көнө алдынан дәүләт наградалары  тапшырҙы.  Ғәҙәттән тыш хәлдәр ведомствоһы, авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәре, предприятиелар вәкилдәре  бүләкләнде. - Һәр берегеҙҙе хөрмәте итәм. Бөгөн профессиональ ҡотҡарыусылар менән бергә  ирекмәндәр, төрлө  тармаҡ  хеҙмәткәрҙәре награда  ала, - тине ул. Рәсәй ҡотҡарыусылары  һөнәри байрамын 27 декабрҙә  билдәләй.