Башҡортостан Башлығы бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға дәүләт наградалары тапшырҙы. “Беҙ украин халҡы менән түгел, ундағы режимға ҡаршы көрәшәбеҙ”. Рәсәй Геройы, полковник Денис Чернавин шулай тип белдерҙе. Уға генерал Шайморатов ордены тапшырылды. “Башҡортостанда тарихи хәтерҙе һаҡлағанығыҙ, йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт”, - тине Рәсәй Геройы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт